

2022-2023 йылдар арауығында спортсылар туғыҙ спорт төрөндө көс һынашты. Бүләкләү 18 августа “Металлург” стадионында үтәсәк.
Комбинаттың цех һәм подразделениелар командалары көс, етеҙлек һәм сыҙамлығын
мини-футболда, еңел атлетикала, йөҙөүҙә, футболда, гер күтәреүҙә, армспортта, атыуҙа, урман саңғыларында һәм өҫтәл теннисында һынаны. Спорттың һәр төрөндә үҙ еңеүселәре билдәләнде.
Цех һәм подразделениелар ике төркөмгә бүленеп ярышты. Беренсе төркөмдә 200-ҙән ашыу эшсе иҫәпләнгән, икенсеһендә 200-гә тиклем хеҙмәткәр эшләгән цехтар ҡатнашты.
Цехтарҙың беренсе төркөмдә лидер үҙгәрешһеҙ ҡалды: пьедесталдың беренсе баҫҡысын завод идаралығы командаһы яуланы. Беренсе ҡорос сым-канат цехы спортсылары былтырғы һөҙөмтәләрен яҡшыртып, икенсе урынды алды. 4-сеҡорос сым цехы командаһы өсөнсөгә сыҡты.
Икенсе төркөмдә “алтын”ды мәғлүмәт технологиялары идаралығы командаһы алды. Көмөш – 6-сы ҡорос сым цехы, бронза 10-сы цех командаларында.
Еңеүсе командалар Кубок һәм сертификттар менән бүләкләнәсәк.
Оксана БОРОВЫХ.