Спорт
16 Августа 2023, 05:03

Спорт туризмы буйынса Рәсәй беренселеге үтәсәк

Белоретта һыу дистанцияларында спорт туризмы буйынса Рәсәй беренселеге үтә, тип хәбәр итә район хакимимәте башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәрҙә. 

Спорт туризмы буйынса Рәсәй беренселеге үтәсәкСпорт туризмы буйынса Рәсәй беренселеге үтәсәк
Спорт туризмы буйынса Рәсәй беренселеге үтәсәк

Егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында төбәк-ара ярыштар 23-27 августа үтәсәк. Рәсәй беренселегендә 16-21 йәшлектәр ярышһа, спорт туризмы буйынса төбәк-ара ярыштарҙа 14-15 йәшлек үҫмерҙәр ҡатнаша. 

Ярышты асыу тантанаһы кесаҙна, 24 августа, иртәнге сәғәт 9-ға планлаштырылған. Ярыштар ҡала быуаһында үткәреләсәк.

Мәғлүмәт: район хакимиәте башлығы сайтынан. 

 

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас