Ә Донъя беренселеге алдынан Белорет спорт мәктәбенең Абҙаҡ билбау көрәше буйынса секцияһында шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар Ҡырым Республикаһының Алушта ҡалаһында үткән Рәсәй беренселегендә һайлап алыу турында ҡатнашты. 15-17 йәшлек үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында үткән билбау көрәше буйынса ярыштарҙа илдең 26 субъектынан 350-гә яҡын спортсы ҡатнашты.
Рәсәй кимәлендәге был ярышта башҡорт көрәшселәре Өфөлә үткән Донъя беренселегенә туғыҙ юллама алды. Шуларҙың 3-әүһе - Белорет спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренеке. Алтын миҙалдарҙы Абҙаҡтан 44 килограмм ауырлыҡ категорияһы буйынса Алтынай Әхмәтйәнова, 63 килограмм ауырлыҡ категорияһында Карина Заһиҙуллина һәм +70 килограмм ауырлыҡ категорияһында Эвелина Йомағолова яуланы.
Һәм, бына 24-26 августа Өфөлә 2006-2008 йылғы үҫмерҙәр араһында билбау көрәше буйынса Донъя беренселеге үтеп тә китте. Белорет районы намыҫын Рәсәй беренселегендә алтын миҙал яулаған спортсы ҡыҙҙар яҡланы. Көслө спортсылар донъя кимәлендә лә һынатманы. Алтынай Әхмәтйәнова һәм Эвелина Йомағолова үҙ категорияларында Донъя беренселегенең бронза призерҙары булһа, Карина Заһиҙуллина - бишенсе урында.
Ҡыҙҙарҙы һәм тренерҙарын еңеүҙәре менән ҡотлап, артабан да уңыштар теләйбеҙ.