Спорт
14 Сентября 2023, 06:35

Уҡыу йылын – яңы келәмдә

Белорет спорт мәктәбенә ҡараған Абҙаҡ билбау көрәше буйынса спорт секцияһында 60-лап йәш спортсы шөғөлләнә.

Уҡыу йылын – яңы келәмдәУҡыу йылын – яңы келәмдә
Уҡыу йылын – яңы келәмдә

Спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә көйәрмәндәрен, билбау көрәшен яратыусыларҙы әленән-әле юғары ҡаҙаныштары, уңыштары менән ҡыуандырып тора.

Ошо көндәрҙә спорт мәктәбендә шөғөлләнеүселәрҙең үҙҙәрен дә көрәш келәме бүләк итеп ҡыуандырҙылар. Хәҙер төрлө район, республика, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә район намыҫын яҡлауған спортсыларға яңы 8х8 үлсәмле келәмдә рәхәтләнеп шөғөлләнеп, тағы ла яңынан-яңы үрҙәргә ынтылаһы ғына ҡала.

Ә яңы уҡыу йылы башында бүләкте лә кем бирҙе һуң әле?! Үҙе үк  Рәсәйҙең 28 спорт мастеры, өс донъя чемпионы, ете Донъя Кубогы яулаусы тәрбиәләгән Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физкультура һәм спорт хеҙмәткәре,  билбау көрәше буйынса Бөтә Рәсәй Федерацияһының беренсе вице-президенты, Рөстәм Зыяҡаев келәмде бүләк итте.

Белорет спорт мәктәбе, Абҙаҡ урта мәктәбе коллективы, спорт секцияһында шөғөлләнеүселәр Рөстәм Илһам улына рәхмәттәрен еткерә һәм бүләк артабан да уларҙы еңеүҙәргә дәртләндереп тороуын белдерҙе.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас