Спорт
5 Октября 2023, 09:08

Алты көрәшсе — Европа чемпионы

Башҡортостан көрәшселәре Баҡыла Европа чемпионы титулын яуланы. Спортсыларыбыҙҙың халыҡ-ара кимәлдә еңеүе тураһында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

Алты көрәшсе — Европа чемпионыАлты көрәшсе — Европа чемпионы
Алты көрәшсе — Европа чемпионы

Азербайжанда ойошторолған ярыштарҙа 19 илдән спортсылар ҡатнашты. Башҡортостан көрәшселәре алты алтын, ике көмөш һәм бер бронза миҙалға лайыҡ булды.

«Башинформ» агентлығы асыҡлауынса, ир-егеттәр араһында — Рөстәм Зыяҡаев (100 килограмдан ашыу), Дмитрий Ларюков (68 килограмға тиклем) һәм Рәзил Шабиев (75 килограмға тиклем), ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында Алёна Фәтихова (52 килограмм), Алина Пухова (66 килограмм) һәм Олимпия Махиянова (76 килограмм) Европа чемпионы исемен алды.

Илфаҡ Ибәтуллинда (57 килограмм) һәм Артур Зөлҡәрнәевта (82 килограмм) — көмөш миҙалдар. Виталий Балянов (100 килограмға тиклем) бронза миҙалға лайыҡ булды.

Әйткәндәй, быйыл июль айында Артур Зөлҡәрнәев Астанала билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында ете тапҡыр донъя чемпионы исемен яуланы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас