Спорт
7 Октября 2023, 11:23

Бер быуатлыҡ тарихы бар

Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республика Спорт министрлығының 100 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы сара үтте.  

Бер быуатлыҡ тарихы барБер быуатлыҡ тарихы бар
Бер быуатлыҡ тарихы бар

- Башҡортостан Спорт министрлығы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Бөгөн беҙҙә билдәле ҡунаҡтар - Олимпия уйындарында призлы урындар яулаған 40-тан ашыу чемпион, тағы тренерҙарыбыҙ һәм ветерандарыбыҙ килгән, – тине сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.  

Республика Башлығы спорттың тормошобоҙҙа мөһим өлөш алып тороуы, төрлө осорҙарҙа был тармаҡ министрҙарының эшмәкәрлеге тураһында әйтеп үтте, айырыуса бөгөн республиканың спорт министры булған, спортты яратҡан  Руслан Хәбибовҡа рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров спорт өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәргә дәүләт наградаларын да тапшырҙы. Рәсәйҙең Олимпия комитеты президенты, дүрт тапҡыр Олимпия уйындары, күп тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы, фехтование буйынса атҡаҙанған спорт  мастеры Станислав Поздняков Халыҡтар дуҫлығы орденына лайыҡ булды. Рәсәйҙең спорт гимнастикаһы буйынса йыйылма командаһы өлкән тренеры, СССР-ҙың, Рәсәйҙең  атҡаҙанған тренеры, спорт гимнастикаһы буйынса спорт мастеры Валентина Родионенкоға “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены тапшырылды. Салауат Юлаев ордены Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгенән Башҡортостандың йыйылма командаһы баш тренеры Геннадий Алексеевҡа бирелде. “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы Октябрьский ҡалаһындағы 4-се спорт мәктәбе тренеры Римир Әхтәмовҡа, спорт ветерандары Владимир Иванушкинға, Геннадий Кутузовҡа, Людвиг Прошкинға тапшырылды. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы республиканың Страйкбол федерацияһы судьяһы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, штурмлау взводы командиры, гуманитар ярҙам йыйыу буйынса ирекмән Александр Киршҡа тапшырылды. Стәрлетамаҡтан 2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Альберт Ғөбәйҙуллин, Ҡариҙел районы хакимиәтенең физкультура һәм спорт комитеты рәйесе Вячеслав Симиряков һәм башҡалар “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Шулай уҡ “Башҡортостандың спортты яратҡан муниципаль районы” һәм “Башҡортостандың спортты яратҡан ҡалаһы” номинацияларында Республика спорт премияһы еңеүселәренә сертификаттар тапшырылды. Сертификаттарға Белорет районы һәм Өфө ҡалаһы лайыҡ булды.

Башҡортостанда йәшәгән ике миллиондан ашыу кеше даими рәүештә спорт менән шөғөлләнә. Республикала барлығы 13 меңдән ашыу спорт ҡоролмаһы бар һәм төбәктә спорттың 120 төрө үҫешә. Тағы республикабыҙҙа йыл һайын 15 меңдән ашыу спорт һәм физик культура сараһы ойошторола: “Спорт ун көнлөгө”, “Өмөтөбөҙ боҙо”, “Рәсәй саңғы юлы”, “Рәсәй азимуты”, “Олимпия көнө” кеүек тематик саралар үткәрелә. Бынан тыш, 2022 йылдан вуздар араһында Башҡортостан Башлығы Кубогына йәйге һәм ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса универсиада уҙғарыла.

Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр спортына ла ҙур иғтибар бүленә. Республикала барлығы 248 меңдән ашыу инвалид йәшәй. 2022 йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, адаптив физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәр өлөшө 27 проценттан ашҡан. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн 561 спорт ойошмаһы эшләй. 78 спорт мәктәбендә Паралимпия һәм Сурдлимпия спортының дүрт төрө һәм 30 дисциплина буйынса 42 меңдән ашыу инвалид, шул иҫәптән 17 меңдән ашыу бала шөғөлләнә. Әйткәндәй, былтыр Башҡортостанда Адаптив спорт үҙәге булдырылды һәм уға бассейнлы “Нефтсе” спорт комплексы тапшырылды. Үҙәктең зона бүлексәләре тотош республика буйынса асылды.

Йылдан-йыл парктарҙың физкультура менән иркенләп шөғөлләнеү өсөн уңайлы итеп ҡоролоуы һәм башҡа ошо юҫыҡтағы ғәмәлдәр сәләмәт тормош алып барыусылар һанын арттырыуға булышлыҡ итмәйенсә ҡалмай. Һуңғы йылдарҙа ғына Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге, Светлана Хоркина исемендәге гимнастика үҙәктәре, ябыҡ футбол манежы асылды. Өфөләге Инорс биҫтәһендә Ишкәкле слалом үҙәге һәм канал төҙөлөшө дауам итә. Ҡоролмалар Йылы күленең көньяҡ өлөшөндә хасил буласаҡ. Объекттың тәүге сиратын төҙөүҙе 2023 йыл аҙағына тамамламаҡсылар. Комплекста старт һәм финиш өсөн бассейндар, 250 метр оҙонлоғондағы, 1,75 метр тәрәнлегендәге ярыштар һәм күнекмәләр каналы барлыҡҡа киләсәк. Үҙәк үҙе тотош Рәсәйҙән спортсыларҙы ҡабул итерлек заманса стандарттар буйынса йыһазландырыласаҡ. Һөҙөмтәлә төрлө кимәлдәге ярыштар үткәреләсәк. Бынан тыш, Өфөләге Көрәш һарайы ла баш ҡаланың 450 йыллығына арналған юбилей объекттарының береһе буласаҡ. Тағы Фехтование үҙәгенең асылыуын да спорт һөйөүселәр түҙемһеҙләнеп көтә.

Республикала шулай уҡ спорт өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына ярҙам саралары күрһәтелә. Өҫтәүенә, йыл һайын спортсыларыбыҙ Башҡортостандың юғары спорт абруйын раҫлай. Былтыр ғына 19 спортсыға "Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры” исеме бирелде, 128 спортсы "Рәсәйҙең спорт мастеры" тип танылды, ике спортсы “Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры” исеменә лайыҡ булды. Арҙаҡлы спортсылар – үҫеп килгән быуын вәкилдәре өсөн асыҡ миҫал. Тағы төрлө дәртләндереү саралары ла ҡаралған. Мәҫәлән, былтыр 18 йәшкә тиклемге юғары спорт һөҙөмтәһен күрһәткән 222 спортсы спорт стипендияһы алған. Быйыл 231 спортсыға стипендия тәғәйенләнгән, түләүҙәр өсөн 34,4 миллион һум бүленгән.

Республика спортсыларының Олимпия, Паралимпия һәм Сурдлимпия хәрәкәттәрендә ҡатнашыуының барлыҡ тарихында тренерҙарыбыҙ 80-гә яҡын чемпионды һәм призлы урын яулаған спортсыны әҙерләгән. Тренерҙар составын һаҡлап ҡалыу мөһим, сөнки тап уларҙың фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә генә спортсылар уңышҡа өлгәшә ала. Тап шуның өсөн беҙҙә остаздарға барлыҡ кимәлдә ярҙам итеүҙең комплекслы системаһы формалаштырыла. Был йәһәттән Башҡортостан – Рәсәйҙең 2020 йылдан “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырылған беренсе төбәге. Ул республика райондарына белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн барлыҡҡа килгән. Был проект нигеҙендә 104 тренер 600-әр мең һум аҡса алды. Хәҙер был тәжрибә Рәсәйҙең 24 төбәгендә ҡулланыла. 2023 йылдан түләүҙәр 1 миллион һум тәшкил итә. Бынан тыш, спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына өлгәшелгән һөҙөмтәләре өсөн матди дәртләндереү ҡаралған.

Бер быуат эсендә Башҡортостанда бихисап спортсылар әҙерләнгән. Уларҙың күбеһенең исем-шәрифе донъя спорт йылъяҙмаһына индерелгән. Төрлө спорт төрҙәре буйынса меңләгән миҙалдар яуланған, әллә күпме призлы урындар алынған. Бөгөн дә физик культура һәм спорт – илдең киләсәген билдәләгән майҙансыҡтарҙың береһе. Ә Башҡортостан иһә спорт яратҡан төбәк. Республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең сәләмәт тормошҡа ынтылышы ҙур, тимәк, төбәктең киләсәге лә бар. Һөҙөмтәлә быуын сылбырҙары өҙөлмәҫ, тигән ышаныс ҙур.

Фотолар: glavarb.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас