Спорт
24 Ноября 2023, 11:15

Һынатмайҙар!

Белорет спортсылары тай боксы буйынса республика ярыштарында 14 алтын, 17 көмөш һәм 4 бронза миҙал яулап, дөйөм команда буйынса икенсе урынды яуланы.

Һынатмайҙар!Һынатмайҙар!
Һынатмайҙар!

Спортсыларҙы һәм тренерҙары – Фидан Сибәғәтовты яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡотлайым. Алда һеҙҙе күп еңеүҙәр көтә, тип ышанам! Ә Фиданды күптән беләм һәм уның үҙ эшен яратып башҡарғанын беләм.  Уға ни бары 27 йәш. Сермән ауылында тай боксының беренсе секцияһын ул егерме ике йәшендә аса. 2019 йылда Белоретта колледж залында икенсе секция аса. Бөгөн ул Белорет районының олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры, унда биш йәштән илле йәшкә тиклемге 150-нән ашыу кеше шөғөлләнә. Әлегә спортсыларҙы үҙе генә - Белоретта ла, Сермәндә лә өйрәтә. Былтыр Фидан Марат улы республика программаһы буйынса ауыл тренеры грантын алды һәм хәҙер бөтә көсөн яратҡан эшенә һала. Был спорт төрөн үҫтереү буйынса уның пландары күп, уларҙың барыһы ла мотлаҡ тормошҡа ашырылһын! – тине Андрей Иванюта социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.
  

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас