+15 °С
Облачно
Был хаҡта республиканың Спорт министрлығы хәбәр итә. Турнир Воронежда уҙҙы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығына билдәле булыуынса, Полина Коноплина 18-19 йәшлек спортсылар араһында боулдерингта (төрлө ҡатмарлыҡтағы ҡыҫҡа трассалар буйлап үрмәләү) өсөнсө урынды алды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә Мәскәүҙең ВДНХ комплексында «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы барышында Башҡортостан стендында «Спорт еңеүҙәренә 100 йыл» аҙналығы бара. Тематик аҙналыҡты республиканың Спорт министрлығы ойоштора.