Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Ғинуар 2024, 13:17

Атай, әсәй һәм мин - спорт һөйөүсе ғаилә

20 ғинуарҙа Fаилә йылына арнап, Рысыҡай мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре "Атай, әсәй һәм мин - спорт һөйөүсе ғаилә" тип аталған спорт бәйгеһе үткәрҙе.

Атай, әсәй һәм мин - спорт һөйөүсе ғаилә
Атай, әсәй һәм мин - спорт һөйөүсе ғаилә

Һәр бер кешенең сәләмәтлегенә бала саҡтан нигеҙ һалына. Ә баланың һәр яҡлап үҫеше, сәләмәт йәшәү рәүеше - ғаиләнән башлана. Балаларҙы бала саҡтан һаулыҡты һаҡларға, спортты һөйөргә өйрәтеү - һәр ата-әсәнең бурысы.
Бөгөнгө ярышта ғаиләләр етеҙлектә, тигеҙлектә, сослоҡта көс һынаштылар. Балалар ата-әсәләре менән бергә төрлө ярыштарҙа үҙҙәренең көсөн һынаны. Ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Сарала ҡатнашҡан һәр ғаилә күңелле ял итте, спорт буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Һөҙөмтәлә I урынды Хәлитуллиндар ғаиләһе яуланы.

Сарала ҡатнашҡандарға дипломдар тапшырылды. Шулай берҙәмлектә, татыулыҡта йәшәп һау сәләмәт балалар үҫтерәйек, киләсәкте бергә тәрбиәләйек, ныҡлы ғаиләләр булдырайыҡ. Спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барыу, һәр ваҡыт модала булып ала, ә сәләмәт ғаилә - ҙур бәхет ул!

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас