Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Ғинуар , 16:12

Абҙаҡтар быйма кейеп хоккей уйнаны

Туп менән хоккей йәки быйма кейеп хоккей уйнау иҫкелек ҡалдығы түгел, ә популяр спорт төрө, ти, абҙаҡтар.

Абҙаҡтар быйма кейеп хоккей уйнаны
Абҙаҡтар быйма кейеп хоккей уйнаны

Эйе, был күңелле спорт уйынын бала саҡта кем генә үҙ итмәгән икән?! Ә коньки, сәкән, шайба һәм ҡиммәтле экипировка тураһында ул заманда һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел ине.

Быймала боҙ өҫтөндә йүгереү - тамашасы өсөн генә күңелле тамаша ул, ә бына спортсылар өсөн ҡатмарлы мәсьәлә. Ялтырап ятҡан боҙ өҫтөндә аяҡ өҫтө ҡалып, ҡаршы яҡтың ҡапҡаһына туп индерсәле!

Ошо көндәрҙә Абҙаҡ ауылында быйма кейеп хоккей уйнау буйынса асыҡ чемпионат уҙҙы. Спорт сараһында «Семерка», «Каспер» һәм «Бульдог» командалары көс һынашты.

Беренсе турҙа «Семерка» менән «Каспер» осрашты. Ҡыҙыу көрәш 0:1 иҫәбе менән тамамланды - ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре уйында лайыҡлы сығыш яһап, бер мәрәйгә артта ҡалды. 

Икенсе турҙа 1:0 иҫәбе менән Абҙаҡ мәктәбе командаһы ауыл йәштәренең «Семерка»һын «тар-мар» итте. Өсөнсө турҙа иһә мәктәп һәм ауыл хакимиәте командалары осрашып, уҡытыусыларҙың еңеүе менән тамамланды. II урынға ауыл йәштәренең йыйылма командаһы сыҡһа, III урынды “Каспер”ҙар яуланы.

Ярыш арбитры Азамат Монасипов уйынға йомғаҡ яһап: “Хоккей ғүмерҙә булмағанса көсөргәнешле барҙы, бөтөн командалар яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Ҡатнашыусылар ҙа, тамашасылар ҙа спорт ярышы менән ҡәнәғәт ҡалды. Шуға ла бының ише сараларҙы йышыраҡ уҙғарырға ниәтләйбеҙ, - тине.

Бөтөн ҡатнашыусылар приздар һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

Мәҙинә ШОҠОБАЕВА,

Абҙаҡ ауыл китапханаһы хеҙмәткәре.            

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: