Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Февраль , 18:09

Спорт һөҙөмтәләре яҡшы

Белорет спортсылары Магнитогорск ҡалаһында үткән өлкә ярыштарында уңышлы сығыш яһаны.

Спорт һөҙөмтәләре яҡшы
Спорт һөҙөмтәләре яҡшы

Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам йөҙөнән ойошторолған ҡул һуғышы буйынса Беренселекте "Славяне" уҡыу үҙәге үткәрҙе. Ярыштарҙа Силәбе, Магнитогорск, Силәбе өлкәһе һәм Белорет райондарынан 200 спортсы ҡатнашты.

"Булат" махсус әҙерлек һәм ҡул һуғышы үҙәге тәрбиәләнеүселәре Вилдан Ғирфанов, Евгений Титов, Камилла Йомадилова I урынды алды. Алина Андреева, Степан Маркин, Даниэль Сайфуллин, Алһыу Фәхретдинова, Русим Лоҡманов – көмөш, Александр Калимуллин, Максим Анисимов, Сергей Решетников, Виктория Соловых, Кирилл Красников  бронза миҙал яуланы.

Тренерҙары Константин Катерининды, спортсыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен лайыҡлы баһалары менән ҡотлайбыҙ, спорт ҡаҙаныштары һәм уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: