+12 °С
Ясно
Ярыштарҙа илдең 42 төбәгенән 447 йәш спортсы ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы командаһы өсөн ярыштарҙа Белорет районының Олимпия резервындағы спорт мәктәбенең өс тәрбиәләнеүсеһе сығыш яһаны.
68 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Глеб Кузнецов көмөш миҙал яуланы. Рәсәй Беренселегендә Рамазан Сәфәрғәлин (58 кг) пьедесталдың икенсе баҫҡысында.
Дөйөм команда зачетында Башҡортостан Республикаһының йәш спрортсылары илдең 42 төбәгенән етенсе урында.