Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Февраль , 12:55

Үҙенсәлекле тау саңғысыһы

Миәс ҡалаһында  интеллектуаль етешһеҙлектәре булған кешеләрҙең тау саңғыһы спорты буйынса Рәсәй кубогында Белорет коррекцион мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Карина Закирова супер-гигант дисциплинаһында икенсе һөҙөмтә күрһәтте.

Үҙенсәлекле тау саңғысыһы
Үҙенсәлекле тау саңғысыһы

Ярыштарҙа Башҡортостан, Удмурт Республикалары, Свердловск, Силәбе, Новосибирск өлкәләре, Камчатка крайы, Мәскәү спортсылары ҡатнашты.

Слалом-гигантта ныҡышмалы көрәштә тәрбиәләнеүсебеҙ III урын яуланы. Слалом ярыштарының һуңғы көнөндә Карина, еңеүсенән 0,1 секундҡа ғына ҡалышып, икенсе урынды ала. Һөҙөмтәлә, Карина Закирова ике көмөш һәм бер бронза миҙал яулай.

Карина әҙерләнгән Рәсәй чемпионаты Морат тауында 19-23 февралдә үтә. Беҙҙең тау саңғысыһы тағы ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтер тип ышанабыҙ.

Был спорт менән мауығыу ғына түгел, ә мәктәп уҡыусыһының реабилитация һәм социаль адаптация ысулы ла.

 

Автор:
Читайте нас: