Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Февраль , 15:01

Халҡымдың даны, ҡото, тарханы - башҡорт аты

10 февралдә Әзекәй - Ҡоҙғон-Әхмәр ауылдары араһында урынлашҡан яланда “Аҡбуҙат” ат спорты буйынса республика ярыштары үтте.

Халҡымдың даны, ҡото, тарханы - башҡорт аты
Халҡымдың даны, ҡото, тарханы - башҡорт аты

Әсе ел танау осон, бит алмаларын семетеп-семетеп ала. Үҙәккә үтерлек һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, барыһы ла үҙ урынында. Ат сабышында ҡатнашыусылар теркәү үтә, ветеринарҙар аттарҙы ҡарай, һаулыҡ һәм хоҡуҡ һағында тороусылар күптән инде үҙ урынында. Аш-һыу өсөн яуаплыларҙың усағы күптән яғылған, сәйҙәре ҡайнаған, сараның күңел асыу өлөшө өсөн яуап биргәндәрҙең дә эштәре яйға һалынған...

Республика кимәлендә алтынсы тапҡыр үткәрелгән ат сабыштарын район хакимиәтенең агросәнәғәтте үҫтереү, ҡулланыусылар баҙарын, хеҙмәттәрен анализлау һәм прогнозлау секторы мөдире Олеся Иҙрисова, Әзекәй ауылы хакимиәте башлығы Нажия Вәлиева, Архангел районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы, ер һәм мөлкәт мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Нарбутин сығыштары менән асып ебәрҙе һәм бәйгеселәргә уңыштар, еңеүҙәр теләне. Парадтан һуң, төрлө заездарға ярыштар башланып китте. Ат сабышында Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы, Белорет райондарынан ҡырҡ ете ат “ене” ҡағылғандар ярышты.

1200 метрлыҡ тәүге заезда (йәш ярымға тиклемге төрлө тоҡомло аттар) Баймаҡ районынан Илназ Мостафин “Дауыл” ҡушаматлы атында тәүгеләрҙән булып килде. Бөрйәндән Иҙел Баймөхәмәтов “Принц”ында - икенсе, Ҡырмыҫҡалынан Илхан Әлмөхәмәтов “Оливка” ҡушаматлы юртағында өсөнсө урындарҙы яуланы.

3600 метрлыҡ дистанцияға өс йәшкә тиклемге аттар сыҡты. Был дистанция пьедесталын учалылар яуланы. “Барик” ҡушаматлы тоғро дуҫында Арсен Таипов финиш һыҙығын тәүгеләрҙән булып үтте.

Райондаштары Радик Мәүлитбаев - “Капитан”да, Раян Һәүбәнов “Наколка”һында икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлеште. Башҡорт аттары ярышҡан 4800 метрлыҡ заезда еңеүсе Кубогын Әбйәлил районынан Илнар Таһиров “Малай” ҡушаматлы атында еңеп алды. Белорет районынан Игнат Дятлов икенсе булып килде. “Пятак” был юлы йәш казакты һынатманы. Архангел районынан Айдамир Әсәҙуллин “Рубин”дың, һис шикһеҙ, еңеренә ышанғайны. Башҡорт атында ғына түгел, санаһында ла ныҡлы ултырырға тейеш. Кашауай, күреп ҡуйылған саналарҙа нәҡ оҫта, тәжрибәле (4800 метрлыҡ бишенсе заезд) ат һөйөүселәр уҙышты ла инде. Бөрйәндән Иҙел Баймөхәмәтов “Аҡ бәкәл”дә етеҙерәк, сосороҡ та булып сыҡты. Билдәле, ул беренсе урында. Белореттар - “Дунай”ҙа Сибәғәт Мөлөков, “Орлик”та Айсар Бирғәлин бер-береһе менән уҙышҡандан һуң, икенсе һәм өсөнсө булып финиш һыҙығын үтте.

Иң оҙон һәм мәртәбәле уҙыш – бәйгелә Әбйәлилдән Сергей Айсенов“Афродита Хан”да - беренсе, Баймаҡтан “Эльбрус”та Илназ Мостафин - икенсе һәм “Гром” ҡушаматлы атында Винарис Вәлиев өсөнсө булып килде. Еңеүселәр Кубок, миҙалһәм көнкүреш техникаһы алып ҡыуанды.

Иң йәш бәйгесе - 12йәшлек Егор Алексеевҡа Башҡорт дәүләттәбиғәт ҡурсаулығы директоры Айнур Бейембәтов махсус бүләген тапшырҙы. Аҡ ҡына,"Снежок" ҡушаматлы юртағында тәүге тапҡыр көсөн һынап ҡараған Егор үҙенән тәжрибәле һәм оҫта һыбайлыларға бирешергә теләмәне. 1200 метрлыҡ дистанцияла хатта бер нисәүен уҙып та китә алды, тәжрибә генә етеңкерәмәне шул. Уларҙың был сабышы, әлбиттә,һуңғыһы түгел. Бер тапҡыр ҡомар алған үҫмерҙә, аты ла алда үҙҙәрен күрһәтер әле.

Республика кимәлендә үткән бәйгенеҠоҙғон-Әхмәр, Әзекәй мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле, ҡурайсы Ыласын Мәғәфүров һәм Илнур Әхмәтшин музыкаль яҡтан биҙәне. Тамашасылар йыр-таҡмаҡтар, ҡурай моңо тыңлап кинәнде. Йәштәрҙең ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре балалар менән уйындар уйнаны, уларға өшөп торорға ирек бирмәне. Әзекәй ауылы хакимиәте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән тәмле аш, эҫе сәй һәм ҡаланан махсус килтерелгән ҡарабойҙайбутҡаһы һыуыҡ көндә барыһының да күңелен йылытты. Бынан тыш,“Хазина” кооперативының тәмле билмән, тултырма-ҡаҙыларынан да ауыҙ итеү мөмкинлеге бар ине.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: