Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Февраль , 11:14

Арина - беренсе!

3-7 февралдә Сочиҙа ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса уҡыусыларҙың спартакиадаһы үтте.

Арина - беренсе!
Арина - беренсе!

Олимпия ҡалаһына Рәсәйҙең 18 төбәгенән 80-гә яҡын спортсы килде. Унда Башҡортостан йыйылма командаһы составында яҡташтарыбыҙ – сноубордсылар, Белореттан Арина Кузнецова һәм Абҙаҡтан Эльвир Ишмырҙин ҡатнашты.

Арина Кузнецова слалом-гигантта I урынды яуланы. Ә республика командаһына ингән тағы бер спортсы, өфөлө Владислав Николаев, көмөш призер булды. Ошо һөҙөмтәләр арҡаһында Башҡортостан йыйылма командаһы спартакиаданың дөйөм зачётында еңеүсе булды.

Арина 17-се гимназияның унынсы класында уҡый. Өс йәшенән тау саңғыһы менән шөғөлләнә, һуңынан сноубордта шыуып ҡарай. Шунда уҡ был уның үҫешергә һәм еңеү яуларға теләгән спорт төрө икәнен аңлай. Һуңғы алты йылда Арина тренер Эдуард Хурамшиндың сноуборд секцияһында шөғөлләнә, ә уҡыусылар спартакиадаһында алтын миҙал яулау уға спорт мастерына кандидат нормативын үтәргә мөмкинлек бирә. Мәктәпте тамамлағас, Арина психолог, дөрөҫөрәге - спорт психологы булырға теләй. Әммә сноуборд менән, үҙе әйтеүенсә, шөғөлләнәсәк әле.

Сноуборд секцияһында Белорет һәм Абҙаҡтан йөҙләп спортсы шөғөллөнә. Хәҙер улар өсөн иң ҡыҙыу миҙгел. Сочиҙағы ярыштарҙан һуң балалар Мейәстә көслөләр спартакиадаһында сығыш яһай, ә 1 мартта Рәсәй чемпионаты үтәсәк Сахалинда старттар планлаштырылған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: