Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Февраль , 13:05

Бронзалы булдылар

Белорет спорттың төрлө төрҙәрендә көслө спортсылары менән дан тота.

Бронзалы булдылар
Бронзалы булдылар

Яҡташыбыҙ Илья Бурлаков Златоуста Рәсәйҙең иң көслө спортсыларының Бөтә Рәсәй спартакиадаһында Башҡортостан йыйылма командаһы составында эстафета ярышында биатлон буйынса бронза миҙал яуланы.

Илья беренсе этапта йүгереп, эстафетаны Антон Бабиковҡа, Александр Бабчин, Эдуард Латипов йүгерә ҡалған этаптарҙы йүгерә. Илья - Рәсәйҙең спорт мастеры, Белорет олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Биатлон менән 15 йылдан ашыу шөғөлләнә. 2015 йылдан биатлон буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы составына инә. Әле Илья Белорет спорт мәктәбендә спортсы-инструктор.

Ильяны һәм уның тренеры Андрей Шепаревты уңыштары менән ҡотлайбыҙ. Был лайыҡлы һөҙөмтә. Яңы еңеүҙәр көтәбеҙ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: