Спорт
29 Февраля 2024, 07:47

Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй кубогының бишенсе этабы башланды

29 февралдән 3 мартҡа тиклем Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй кубогының бишенсе этабы – уҙып барған миҙгелдең йомғаҡлау ярыштары ойошторола.

Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй кубогының бишенсе этабы башландыӨфөлә биатлон буйынса Рәсәй кубогының бишенсе этабы башланды
Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй кубогының бишенсе этабы башланды

Финал шәхси ярыштар менән асыла; этап программаһында спринт һәм эҙәрлекләү ярыштары ла бар. Илдең көслө спортсылары араһында ярыштар «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында үткәрелә.

29 февралдә, 11:00 – 12,5 саҡрымға шәхси уҙыш  (ҡатын-ҡыҙҙар), 14:00 –15 саҡрымға шәхси уҙыш (ир-егеттәр)

2 мартта, 11:00 – спринт 10 саҡрым (ир-егеттәр), 14:00 – спринт 7,5 саҡрым (ҡатын-ҡыҙҙар)

3 мартта, 11:00 – 12,5 саҡрымға эҙәрлекләү уҙышы (ир-егеттәр), 14:00 – 10 саҡрымға эҙәрлекләү уҙышы (ҡатын-ҡыҙҙар).

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас