-14 °С
Болотло
Улар өсөн өҫтәмә наградалар комплекты әҙерләнде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, биатлонсыларҙың һуңғы ярышында белорус саңғысылары — өсөнсө, ә Башҡортостан саңғысылары дүртенсе урынды алды. Белоруссия спортсылары иҫәптән тыш сығыш яһаны, шуға «бронза»ны Башҡортостан йыйылма командаһы алды. Әммә Эдуард Латипов, Антон Бабиков, Илья Бурлаков, Александр Бабчин бүләкләнгәндән һуң үҙ наградаларын белорус спортсыларына бирергә ҡарар итте, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».