Спорт сараһы комбинаттың комплекслы спартакиадаһы сиктәрендә ойошторола. Иң көслө футбол коллективы исеменә предприятиеның цехтары һәм подразделениеларының 7 командаһы көрәште.
Чемпионат өс аҙна дауам итеп, ике этапта үтте. Ныҡышмалы көрәш һөҙөмтәһендә пьедесталдың юғары баҫҡысын алыштырғыһыҙ лидер – 1-се ҡорос сым-канат цехы командаһы, көмөш миҙалды завод идаралығы спортсылары яуланы. Өсөнсөлә - электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү цехы командаһы. Еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.
- Предприятиела спортҡа ҙур иғтибар бирелә. Һис шикһеҙ, корпоратив спорт саралары коллективты берләштереү, туплау өсөн мөһим. Билдәләп үтергә кәрәк, иң көслө футболсылар БМК-ның берләштерелгән командаһына инә һәм мини-футбол буйынса дөйөм корпоратив ярыштарҙа комбинаттың данын яҡлаясаҡ, - тине БМК" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Федоров.
Оксана БОРОВЫХ,
комбинаттың матбуғат хеҙмәте.