Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Март , 14:28

Урал пружина заводы Кубогына ярыштар

Белоретта Урал пружина заводы ярҙамы менән яңы спорт объекты барлыҡҡа килде.

Урал пружина заводы Кубогына ярыштар
Урал пружина заводы Кубогына ярыштар

“Металлург” стадионында пневматик биатлон өсөн атыу майҙансығын төҙөүҙе завод етәксеһе Денис Лукманов ойоштора һәм финанслай.

Был ҡалабыҙҙа һуңғы йылдарҙа төҙөлгән иң әһәмиәтле социаль объект. Республикала был дүртенсе махсуслаштырылған атыу майҙаны, унда йыл әйләнәһенә күнекмәләр үткәрергә һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштар үткәрергә мөмкин.

Денис Салауат улы етәкләгән предприятие төҙөлөшкә 5 млн. һумдан ашыу аҡса һала, һәм, иң мөһиме, Белорет районында биатлон үҫешенә әүҙем ярҙам итергә ниәтләй.

Бөгөн “Металлург” стадионында атыу майҙансығын асыу тантанаһы үтте. Сарала биатлон буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы, Ванкуверҙа үткән Ҡышҡы Олимпиада уйындарының көмөш призеры, йәйге биатлон буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Максим Чудов, ҡала хакимиәте башлығы Евгений Пономарев, Урал пружина заводының генераль директоры Денис Лоҡманов һәм башҡалар ҡатнашты.

Тантаналы өлөштән һуң, ҡыҙ һәм егеттәр араһында Урал пружина заводы кубогына биатлон буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге башланды.

Стәрлетамаҡ, Ишембай, Октябрьский, Белорет, Өфө ҡалаларынан йәш биатлонсылар ике көн дауамында көс һынашасаҡ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: