Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Март , 15:49

Шайбалы хоккей турниры үтте

Сермәндә һәм Абҙаҡта ауыл командалары араһында шайбалы хоккей буйынса турнир үтте.

Шайбалы хоккей турниры үтте
Шайбалы хоккей турниры үтте

Сермән, Абҙаҡ, Инйәр һәм Әбйәлилдең Яңы Балапан ауылдарынан 14-17 йәшлек үҫмерҙәр үҙҙәренең спорт оҫталығын, динамик уйынын күрһәтте. Көйәрмәндәр ҙә үҙҙәренең командаларын көслө алҡыштар менән күмде.

Абҙаҡтағы уйын йомғаҡтары буйынса I урынды Инйәр командаһы яуланы. II урын – Сермән хоккейсыларында. III урында – Абҙаҡ командаһы. Абҙаҡтан Данис Хазыров – “Иң яҡшы ҡапҡасы”, Абҙаҡтан Радмир Ноғаманов – “Иң яҡшы һаҡсы”,  Инйәрҙән Денис Исҡаков – “Иң яҡшы һөжүмсе” һәм Сермәндән һигеҙ гол индергән Радмир Сөләймәнов “Иң яҡшы бомбардир” булды.

Турнир йомғаҡтары буйынса команда зачетында I урынды турнир хужалары - Сермән ауылы командаһы яуланы. II урында - абҙаҡтар,  III урында Инйәр спортсылары. Сермәндән Илнар Ғәлимшин,  Инйәрҙән Йософ Ғилманов,  Абҙаҡтан Руслан һәм Яңы Балапандан  Баязит Зәйтүнов турнирҙың иң яҡшы уйынсылары тип танылды.  Уйынсылар  диплом-миҙалдар, команда тренерҙары Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Автор:
Читайте нас: