Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Март , 14:35

Чемпиондар призына турнир

12 мартта Абҙаҡта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә һәм донъя чемпиондары Эльвина Ғәҙелшина, Эвелина Йомағолова, донъя чемпионаттары призерҙары Алтынай Әхмәтйәнова, Карина Заһиҙуллина приздарына билбау көрәше буйынса Белорет спорт мәктәбенең асыҡ Беренселеге үтте.

Чемпиондар призына турнир
Чемпиондар призына турнир

Беренселектә Белорет ҡала лицей-интернаты, Учалы ҡалаһы һәм Абҙаҡ спорт мәктәбенәнән 2012-2014 йылғы 24 спортсы ҡатнашты.

28 кг ауырлыҡ категорияһында пьедесталды Абҙаҡ мәктәбе тәрбиәләнеүселәре яуланы. I  урында - Гүзәл Ғәҙелшина, II урында - Амелия Уҫманова, III урында Алһыу Хисакаева һәм Белорет лицей-интернатынан Алтынай Аллаярова.

33 кг ауырлыҡ категорияһында тәүге ике баҫҡысты абҙаҡтар яуланы. Карина Әмирханова ҙәм Гүзәлиә Мәүлитшина беренсе һәм икенсе урындарҙы алды, Белорет лицей-интернатынан Эмелия Ҡәнәфина һәм Амелия Рәхмәтуллина өсөнсө урындарҙы бүлеште.

Белорет лицей-интернатынан Анжелика Мирасова - I, Абҙаҡтан Азалия Шоҡобаева – II, лицей-интернаттан Гөлназ Төхвәтуллина һәм Гөлшат Мөхәмәтҡужина III урындарҙы (38 килограмм ауырлыҡ категорияһы) яуланы.  

 +38 кг ауырлыҡ катеогияһында Абҙаҡтан Амелия Заһиҙуллина,  Учалынан Нәркәс Нуретдинова,  Асель Нуретдинова һәм лицей-интернаттан  Алһыу Хәлитоваға етеүсе булманы.

Еңеүселәр һәм призерҙар Белорет спорт мәктәбенең Почет грамоталары һәм чемпиондарҙың бүләктәре менән билдәләнде.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: