Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Март , 15:55

Йәш яҡташыбыҙ - Рәсәй беренселеге еңеүсеһе

Йәш спортсы , Башҡортостан Республикаһының  тау саңғыһы спорты һәм сноуборд буйынса олимпия резервы Белорет спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Тәнзилә Исраилова тау саңғыһы спорты буйынса Рәсәй беренселегендә бронза призер булды.

Йәш яҡташыбыҙ -  Рәсәй беренселеге еңеүсеһе
Йәш яҡташыбыҙ - Рәсәй беренселеге еңеүсеһе

Южно-Сахалинск ҡалаһында «слалом-гигант»дисциплинаһында Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге тамамланды. Ике заезд йомғаҡтары буйынса яҡташыбыҙ өсөнсө урынды алды.

«Йәш спортсыбыҙҙы һәм тренер Елена Сорокинаны яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеүҙәре менән ҡотлайбыҙ», - тип билдәләнеләр республиканың Спорт министрлығында.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: