Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Март , 13:53

Лайыҡлы алтын миҙал

Белорет спортсыһы Александра Иманғолова ауыр атлетика буйынса Рәсәй беренселегендә I урын алды.

Лайыҡлы алтын миҙал
Лайыҡлы алтын миҙал

17 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында Бөтә Рәсәй ярыштары Ырымбурҙа үтә. Унда бөтә илдән 500 спортсы ҡатнаша.

Яҡташыбыҙ Белорет районының олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Ул 45 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сығыш яһап,  ике бәйгенең дөйөм һөҙөмтәһе буйынса 117 килограмм йыя.

Ҡыҙ, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры булып тора. Уны Алексей Галицков әҙерләй. Александра 20-се мәктәптең Х  клас уҡыусыһы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: