Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Апрель , 10:34

Күнекмәләр үтте

Рәсәйҙең һигеҙ төбәгенән 120-нән ашыу ҡатнашыусы альпинизм һәм тау шарттарында эҙләнеү эштәре нигеҙҙәрен өйрәнеү өсөн Ирәмәл тауы итәгенә килде.

Күнекмәләр үтте
Күнекмәләр үтте

Рәсәй хәрби-тарихи фестивале алтынсы тапҡыр үткәрелә һәм 1942-1943 йылдарҙағы Кавказ өсөн алыштарға арнала. Уның маҡсаты - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яу яланында ятып ҡалған һалдаттарҙың ҡалдыҡтарын тауҙарҙа эҙләү өсөн белгестәр әҙерләү. Фестивалгә Марий Эл Республикаһынан, Санкт-Петербургтан, Сыуашстандан, Архангельск, Мәскәү, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренән ҡатнашыусылар килде. Улар – 12 йәштән өлкән туристик, эҙләү, хәрби-патриотик, хәрби-тарихи клубтар, секциялар, түңәрәктәр һәм берләшмәләр тәрбиәләнеүселәре.

Аҙна дауамында улар ялан шарттарында йәшәп, ҡаяға күтәрелде, альпинист әҙерлеге нигеҙҙәрен, бейек тауҙа эҙләү эштәрен һәм беренсе медицина ярҙамы күрһәтеүҙе өйрәнде. 1942 йылғы һуғыштың хәрби-тарихи реконструкцияһында ҡатнашты. Ойоштороусылар Икенсе донъя һуғышы осорондағы эҙләү артефакттары, ҡорамалдар һәм кейем-һалым күргәҙмәһен әҙерләгән.

Бәләкәй һәм Ҙур Ирәмәлгә уңышлы күтәрелгәндәр таныҡлыҡ һәм "Рәсәй альпинисы" билдәләрен алды. Бөтәһе лә быйыл Ҡарасәй-Черкес, Ҡабарҙы-Балҡар һәм Краснодар крайындағы тауҙарҙа үтәсәк эҙләү эштәрендә ҡатнаша аласаҡ.

Автор:
Читайте нас: