Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Апрель , 14:52

Көрәшселәр һынатмай!

Башҡортостандың Шаран районында 2007-2009 йылдарҙа тыуған егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында билбау көрәше буйынса Башҡортостан беренселеге үтте.

Көрәшселәр һынатмай!
Көрәшселәр һынатмай!

Район намыҫын олимпия резервы спорт мәктәбенең 13 тәрбиәләнеүсеһе яҡланы. Уларҙың дүртәүһе - Белорет педагогия колледжы студенттары.

Ярыштар йомғаҡтары буйынса:

I урынды Алтынай Әхмәтйәнова (44 кг ауырлыҡта)  һәм  Карина Заһиҙуллина (63 кг ауырлыҡта) яулай. 70 килограмм ауырлыҡ категорияһында Алина Кәримова - II урын,  44 килограмм ауырлыҡ категорияһында Наилә Хилалова һәм 63 килограмм ауырлыҡ категорияһында  Сабина Әхмәтйәнова III урындарҙы яулай.

Сосновка мәктәбенән Вероника Губачева ярыштарҙа ҡатнашып,  63 кг ауырлыҡта III урынды ала.

Әхмәтйәнова Алтынай, Заһиҙуллина Карина, Кәримова Алина һәм Губачева Вероника Беренселек һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы составына инә һәм Әстерхан ҡалаһында үтәсәк Рәсәй беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғын ала. Уларға уңыштар теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас: