Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Апрель , 14:53

Волейбол турниры үтте

13 апрелдә ир-егеттәр командалары араһында Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Кубогына волейбол турниры үтте.

Волейбол турниры үтте
Волейбол турниры үтте

Турнир башланыр алдынан спортсыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы район Советы секретары Альберт Азаматов һәм урындағы хакимиәт башлығы Алена Кучербаева сәләмләне.

Турнирҙа бөтәһе алты команда: "Граница",  Белорет ҡалаһынан "Белогорье", Межгорье ҡалаһы, Әбйәлил районы Хәмит, Манышты , Инйәр ауылдары командалары ҡатнашты.

Уйын көсөргәнешле үтте, бер кем дә бер-береһенән ҡалышырға теләмәне, бөтә командалар ҙа еңеү өсөн аҙаҡҡаса көрәште.

Уңыш  Межгорья ҡалаһынан килгән командаға йылмайҙы.  Осрашыу йомғаҡтары буйынса турнир урындары түбәндәгесә билдәләнде:

- Межгорья командаһы – I;

- Инйәр ауылы командаһы – II;

- Әбйәлил районы Хәмит ауылы командаһы – III урындарҙа.

Турнир еңеүселәре миҙалдар, грамоталар, сертификаттар менән билдәләнде.

Был көндө спортсылар ҙа ваҡытты файҙалы үткәрҙе һәм ыңғай эмоциялар алды. Барыһына ла лайыҡлы уйын ғына түгел, ә үҙҙәренең оҫталығын һәм еңеү өсөн көрәшергә ынтылышын күрһәтте.

Автор:
Читайте нас: