Ярышта ҡатнашыусыларҙы Белорет районы муниципаль район Советы секретары Альберт Азаматов, хакимиәттең Йәштәр сәйәсәте. Физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы Михаил Посаженников, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Нажия Вәлиева тәрбрикләне.
Район мәктәптәре, урта махсус белем биреү йорттары, производство, учреждение, ауыл йәштәре командалары 11 этапта уҙышты.
Мәктәп командалары араһында I урын - Белорет лицей-интернатында. II урынды Сермән мәктәбе яуланы. III урында – Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.
Производство коллективтары араһында беренсе урынды йылдағыса Белорет педагогия колледжы беренсе командаһы, икенсе урынды ике команда Район мәҙәниәт йортоноң йыйылма командаһы һәм Белорет педагогия колледжының икенсе командаһы бүлеште. Өсөнсө урын - Әзекәй ауылы йыйылма командаһында. Мәктәп командалары араһында эстафетаның беренсе этап еңеүсеһе - Сермән мәктәбенән Марсель Сөнәғәтов. Производство командалары араһында Белорет педагогия колледжынан (икенсе команда) Иван Евстигнеев эстафета таяғын командалашына беренсе булып тапшырҙы.
“Тыныслыҡ уҙышы”нда иң етеҙҙәре – Данил Поляков, Ғәлим Баһаүетдинов, Айсар Суфиянов, Рәмил Йомадилов, Динар Сәғәҙәтов һәм Алһыу Хәсәнова булды.
Еңеүселәр һәм ярышта ҡатнашыусылар Кубок, миҙалдар, грамоталар, Рәхмәт хаттары, бүләктәр менән билдәләнде.