Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Май , 12:52

Биш уйынды уңышлы үтеп, финалға сыҡты

Белорет металлургия комбинаты командаһы “Мечел” төркөмөнөң мини-футбол буйынса II асыҡ корпоратив чемпионатының “Запад” дивизионының һайлап алыу уйындарында ҡатнашып,  финалға үтте.

Биш уйынды уңышлы үтеп, финалға сыҡты
Биш уйынды уңышлы үтеп, финалға сыҡты

Ярыштар Силәбелә үтте. Финалда ҡатнашыу хоҡуғы өсөн Силәбе металлургия комбинаты, Белорет металлургия комбинаты, "Ижстали", Мәскәү офисы йыйылма командалары, "Мечел-Материалов", "Мечел-Кокс", "Уралкуза", "Мечел-Сервис", "Москокса" футбол коллективтары, "Мечел-ИнфоТеха" һәм "Мечел-БизнесСервис" йыйылма командалары, шулай уҡ партнер-предприятиелар: "Нытва" һәм "Углеметбанк" командалары көрәште.

БМК командаһы дәғүәселәре - "Ижстали", Мәскәү офисы йыйылма командаһы, "Нытвы", "Углеметбанк" һәм "Мечел-ИнфоТеха" һәм "Мечел-БизнесСервис" йыйылма командалары футболсылары менән биш уйын үткәрә. Ике көнлөк уйындар йомғаҡтары буйынса белореттар үҙ төркөмөндә I урын яулай һәм турнирҙың финалына сыға.

Икенсе финалсы булып Силәбе металлургия комбинаты спортсылары сығыш яһай, улар шулай уҡ үҙ төркөмөндә биш еңеү яулай. Турнирҙың финал этабы 30 һәм 31 майҙа Ижевскиҙа үтә. Тағы ла ике финалсы - "Көньяҡ Кузбасс" һәм "Коршуновск" тау-байыҡтырыу комплексы командалары, "Көнсығыш" дивизионы сиктәрендә үҙ төркөмдәре лидерҙары.

- Беҙ командабыҙ менән ғорурланабыҙ. Әйтергә кәрәк, "Металлург Белорет" командаһы Белорет һәм Башҡортостан футбол һөйөүселәренә генә таныш түгел. Ул Силәбе өлкәһенең мини-футбол буйынса төрлө беренселектәрендә уңышлы сығыш яһай. Финалды Ижевскиҙа көтәбеҙ, бөтә коллектив менән футболсыларыбыҙ өсөн көйәсәйбеҙ, - тине "БМК" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Федоров.

Автор:
Читайте нас: