Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Май , 13:47

Евразия уйындары уңыш килтерҙе

Өфөлә VI Евразия хәрби сәнғәт уйындары тамамланды.

Евразия уйындары уңыш килтерҙе
Евразия уйындары уңыш килтерҙе

Уларҙа 17 команданан 116 спортсы ҡатнашты. Билбау көрәшендә 2010-2012 йылдарҙа тыуған үҫмер һәм ҡыҙҙар араһында белореттар ҙа көс һынашты.

Белорет районынан 11 спортсы келәмгә сыҡты. Абҙаҡ мәктәбе уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Ҡыҙҙар араһында 42 килограмм ауырлыҡ категорияһында Наилә Хилалова, 48 килограмм ауырлыҡ категорияһында Азалия Абсадыева,  56 килограмм ауырлыҡ категорияһында  Сабина Әхмәтйәнова I урындарҙы яуланы. Илсиә Ғүмәрова (36 кг) – II, үҫмерҙәрҙән Рәмзил Ноғоманов (48 кг) III урындарға лайыҡ булды.

Абҙаҡ һәм Сосновка мәктәптәренең башҡа тәрбиәләнеүселәре лә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Спортсылар, уларҙың тренеры Салауат Дауытовты һәм ата-әсәләрҙе яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ.                                

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: