Зона этабында Сибай, Межгорье ҡалалары, шулай уҡ Архангел, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары командалары ҡатнашты.
Белорет районы намыҫын Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының "Арғымаҡ" командаһы яҡланы. “Зарница”ны тантаналы асыуҙан һуң, командалар маршрут ҡағыҙҙары алды. Ярыштар дауамында ҡатнашыусылар строй әҙерлеге элементтарын, Ватандың хәрби тарихын белеүен, дөйөм ғәскәри грамоталылығын, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеүен, физик әҙерлеген күрһәтте, "Ҡаршылыҡтарҙың хәрбиләштерелгән һыҙаты"н үтте.
Уйындың бөтә этаптары һөҙөмтәләре буйынса урта йәш категорияһы командаһы (11-13 йәш) дипломдар менән бүләкләнде. "Дөйөм ғәскәри грамоталылыҡ" - I , "Строевой әҙерлек"тә - II, "Ватан тарихын белеү" отряд ярышында III урындар яуланы. Һөҙөмтәлә, урта йәш төркөмө дөйөм команда буйынса III урынды яуланы.
Өлкән йәштәге балалар ҙа үҙҙәренең яҡшы әҙерлеген күрһәтте һәм дипломдар менән бүләкләнде. "Ватан тарихын белеү – I, "Дөйөм ғәскәр грамоталылығы" һәм "Строевой әҙерлек" буйынса номинацияларҙа - II урын яуланы. Бөтә ярыштар йомғаҡтары буйынса өлкәндәр командаһы ла призлы III урынды алды.
Балалар "Зарница 2.0" хәрби-спорт уйыны ярыштарында ҡатнашыуҙан ҙур ыңғай эмоциялар алып ҡайтты.