Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Июнь , 10:25

Белорет металлургия комбинаты командаһы - мини-футбол буйынса чемпион

Белорет металлургия комбинаты командаһы “Мечел” төркөмөнөң мини-футбол буйынса II асыҡ корпоратив чемпионатының финал уйындарында ҡатнашып, I урын яуланы.

Белорет металлургия комбинаты командаһы - мини-футбол буйынса чемпион
Белорет металлургия комбинаты командаһы - мини-футбол буйынса чемпион

Турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы тип металлургия комбинаты командаһының һаҡсыһы, 1-се ҡорос сым-канат цехының өлкән мастеры Руслан Закиров танылды.

Ярыштар Ижевскиҙа ике көн дауамында үтте. Лидерлыҡ өсөн Силәбе, Белорет металлургия, "Көньяҡ Кузбасс" һәм Коршунов тау-байыҡтырыу комбинаттары командалары көрәште.

Тәүге көндә  комбинат коллективы өс уйын үткәрҙе. Ике еңеү һәм бер тигеҙ иҫәп командаға киләһе көндө чемпион матчында ҡатнашыу хоҡуғын яуларға мөмкинлек бирҙе.

Белореттар көйәрмәндәрҙе етеҙ һөжүмдәре, ҡеүәтле оборонаһы, еңеүгә ынтылышы менән ҡыуандырҙы. Көсөргәнешле көрәшкә ҡарамаҫтан, уйын 1:1 иҫәбе менән тамамлана. Чемпионат яҙмышы пенальти серияһында хәл ителә. Һөҙөмтәлә 3:2 Белорет металлургтары файҙаһына булды. Белорет метулларгия комбинаты  командаһы “Мечел” төркөмөнөң футбол буйынса корпоратив турнирының яңы чемпионы.

- Мини-футбол буйынса турнир сағыу ваҡиғаға әүерелде. Бөтә командалар спортсылары оҫталыҡ, етеүлек һәм еңеүгә ынтылыш күрһәтте. Әммә спорт - ул спорт. Еңеүселәре һәм еңелеүселәре була. Егеттәр өсөн шатмын. Беҙ ысын мәғәнәһендә берҙәм команда икәнебеҙҙе иҫбатланыҡ! Тимәк, бындай саралар ысынлап та бик кәрәкле һәм мөһим!, - тип аңлатма бирҙе "БМК" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Федоров.

 

Оксана Боровых,

Белорет металлургия комбинатының тышҡы һәм эске коммуникациялар бүлеге.

Автор:
Читайте нас: