Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Июль , 18:07

Күп көнлөк велоуҙышта ҡатнашасаҡ

Башҡортостандан ике спортсы “Рәсәй туры” халыҡ-ара күп көнлөк велоуҙышында ҡатнаша.

Күп көнлөк велоуҙышта ҡатнашасаҡ
Күп көнлөк велоуҙышта ҡатнашасаҡ

Башҡортостан Республикаһының Велоспорт буйынса спорт мәктәбе велоспортсыһы Станислав Стаценко (тренеры Федор Бакалов) һәм Белорет спорт мәктәбе спортсыһы Егор Хомяков (тренеры Андрей Михайлов).

I "Рәсәй туры" 6 этаптан торасаҡ һәм Башҡортостан һәм Удмурт Республикалары биләмәләрендә үтәсәк.

Велосипед ярышы дистанцияһы 806 километр тәшкил итә. Киләсәктә, Рәсәй Велоспорт федерацияһы ниәтенә ярашлы, был уҙыш донъяның билдәле күп көнлөк велоуҙыштары менән бер баҫҡысҡа баҫырға тейеш.

Командаларҙы презентациялау һәм тантаналы асыу тантанаһы шаршамбы, 10 июлдә, киске сәғәт 5-тә Ленин майҙанында үтәсәк (“Горсовет”  туҡталышы).

Егеттәр өсөн янып көйәсәкбеҙ!

Автор:
Читайте нас: