Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Июль , 14:51

Районда тәүге тапҡыр Ҡоролтайфест уҙҙы

Һуңғы йылдарҙа башҡорт йәштәрен берләштергән, рухты үҫтергән сараларға етди иғтибар бүленә. Был йәһәттән айырыуса район-ҡала ҡоролтайҙарының әүҙем эшмәкәрлеген билдәләп үтеү зарур. Уҙған йома беҙҙең төйәктә лә Белорет район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән тәүге тапҡыр Ҡоролтайфест ойошторолдо.

Районда тәүге тапҡыр Ҡоролтайфест уҙҙы
Районда тәүге тапҡыр Ҡоролтайфест уҙҙы

Тән вә йән сәләмәтлеген, дөрөҫ йәшәү рәүешен пропагандалау, башҡорт йәмәғәт ойошмалары араһында дуҫлыҡ, берҙәмлек һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлек булдырыу ише маҡсаттарҙы күҙаллаған сарала Белорет, Бөрйән райондары, Межгорье ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайҙары, райондың Ирҙәр ҡоро, Инйәр ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы командалары ҡатнашты.      

Яҡын-тирә район-ҡалаларҙың иң дәртле, рухлы, сәмле йәштәре “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтары менән танышып, үҙ көстәрен, мөмкинлектәрен һынаны. Биш ҡатын-ҡыҙ һәм биш ир-егеттән торған командалар иҙәнгә ятып, шулай уҡ ҡулға таянып кәүҙәне күтәреү, оҙонлоҡҡа һикереү, гимнастика эскәмйәһенә баҫып алға эйелеү, 16 килограмлыҡ герҙы күтәреү ише спорт төрҙәрендә уҙышты. Уларҙы район-ҡаланың әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре - Гөлнар Мөрсәлимова, Гөлнара Зыкрина, Динә Әҙелмырҙина, Наил Хәмзин, Лилиә Сибәғәтова, Дим Йомағужин баһаланы. Ярыштар барышында  командаларҙың етди әҙерлеге, берҙәмлеге һоҡландырҙы.

Һөҙөмтәләр буйынса, Инйәр ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советының “Заман йәштәре” командаһы иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеп, I урын яуланы. Күсмә Кубок тапшырылыуы иһә уларға киләһе сараны үткәреү бурысын йөкмәтте.

II урын менән лайыҡлы рәүештә бөрйәндәр нарыҡланһа, III урынға ҡала-район   башҡорттары ҡоролтайының “Аҡбуҙат” командаһы сыҡты. Бынан тыш, шәхси беренселек буйынса I-III урындар яулаған егет-ҡыҙҙар ҙа Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән баһаланды.

Ҡоролтайфестың мәртәбәле ҡунаҡтары - муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты  Юлдаш Йосопов башҡорт йәштәрен тәбрикләп, һәммәһенә лә изге теләктәрен еткерҙеләр.

- Бындай форматтағы сара беҙҙең өсөн яңы тәжрибә. Уны тормошҡа ашырған барлыҡ ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт белдерәм. Ҡоролтайфест бынан ары ла даими уҙғарылыр, күберәк командалар ҡатнашыр тигән өмөттә ҡалам, - тине үҙ сығышында Юлдаш Мөхәмәт улы.  

Сараны ойошторған һәм уҙғарған Белорет район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльза Мөхәмәҙиева, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Динә Әҙелмырҙина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр йүнәлеше буйынса баш белгесе Ләйсән Рабаданова Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: