Спорт
5 Августа 2024, 08:05

Рәсәйҙең спорт мастеры

Республика башлығы Радий Хәбиров Белорет ҡыҙы Виктория Плешковаға дзюдо буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры танытмаһын тапшырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәйҙең спорт мастерыРәсәйҙең спорт мастеры
Рәсәйҙең спорт мастеры

Викторияға 22 йәш, дзюдо менән ул 14 йыл шөғөлләнә. Спортсы Белорет педагогия колледжын тамамлай, әле Магнитогорск университеты студенты. Виктория - Бөтә Рәсәй һәм төбәк ярыштары призеры. Рәсәй беренселектәре һәм чемпионаттарында ҡатнаша. Спорт мастеры исемен ҡыҙ былтыр Орскиҙа ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында Бөтә Рәсәй турнирында яҡлай.

Викторияны, уның ата-әсәһен һәм тренеры Юлия Павловна Котты лайыҡлы званиеһы менән ҡотлайбыҙ! Артабан да еңеүҙәр теләйбеҙ!

Сығанаҡ - Андрей Иванюта.

Автор: