Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Сентябрь , 17:27

Рәсәйҙең иң мәргән уҡсыһы Башҡортостанда йәшәй

Белореттан Матвей Потапов бәләкәй калибрлы винтовканан атыуҙа абсолют еңеүсе булды. Был хаҡта Башҡортостандың Спорт министрлығы хәбәр итә.

Рәсәйҙең иң мәргән уҡсыһы Башҡортостанда йәшәй
Рәсәйҙең иң мәргән уҡсыһы Башҡортостанда йәшәй

Башҡортостан спортсыһы Мәскәү өлкәһендә пуля менән атыу буйынса Рәсәй кубогы финалында сығыш яһаны. Матвей Потапов Краснодар крайынан спорт мастеры Елизавета Шахова менән ҡатнаш парҙа ятып атыу буйынса дисциплинала Ырымбур спортсыларын 17-7 иҫәбе менән еңде.

Матвей Потаповтың тренеры — Белорет районының спорт мәктәбе тренеры Анатолий Посаженников.

Әйткәндәй, бер йыл самаһы элек Матвей Потапов Мәскәү өлкәһендә уҙған Рәсәй кубогы финалында бронза миҙал яуланы һәм ятҡан килеш мылтыҡтан атыуҙа «Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры» исеменә норматив үтәне.

 

Автор:
Читайте нас: