Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Сентябрь , 13:10

Башҡортостан Париждағы Уйындарҙа 6 миҙал яуланы

Францияла йәйге XVII Паралимпия уйындары тамамланды. Рәсәйҙең йыйылма командаһы иҫәбендә 64 миҙал: 20 алтын, 21 көмөш һәм 23 бронза награда. Башҡортостан спортсылары алты миҙал яуланы.

Республиканың Адаптив спорт төрҙәре үҙәге хәбәр итеүенсә, еңел атлет Анна Кулинич-Сорокина, Елена Прокофьева (өҫтәл теннисы) көмөш миҙалдар яуланы. Богдан Мозговой, Андрей Николаев (йөҙөү) һәм Антон Кулятин (еңел атлетика) бронза наградалар алды.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Паралимпиадала милли команда составында Башҡортостандан Аделина Рәзетдинова (йөҙөү) һәм Елена Паутова (еңел атлетика) сығыш яһаны.

Рәсәй донъя ярыштары йомғаҡтары буйынса һигеҙенсе урынды алды. Ҡытай спортсылары 220 награда менән (94 алтын, 76 көмөш һәм 50 бронза) беренсе урында. Икенселә — Бөйөк Британия, уның иҫәбендә 124 миҙал (49, 44, 31). Өсөнсө урында американдар килә, уларҙа 105 миҙал (36, 43, 27).

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2024-09-09/bash-ortostan-parizhda-y-uyyndar-a-6-mi-al-yaulany-3921902

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: