Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Сентябрь , 12:40

Рәсәйҙең спорт мастеры исеменә лайыҡ булды

Белорет районының олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Полина Коноплинаға Рәсәйҙең спорт мастеры исеме бирелде. 

Рәсәйҙең спорт мастеры исеменә лайыҡ булды
Рәсәйҙең спорт мастеры исеменә лайыҡ булды

Яҡташыбыҙ бала сағынан уҡ ҡаяға үрмәләү менән мауыға. Полина был спорт төрө менән тәүге тапҡыр өс йәшендә таныша, ә 10 йәшендә күнекмәләргә йөрөй башлай. Спортсы менән уның әсәһе Елена Коноплина шөғөлләнә. Быйыл ғинуарҙа Полина Воронежда ҡаяға үрмәләү буйынса ил кимәлендәге ярыштарҙа бронза призер булды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

Әлеге ваҡытта Полина Мәскәүҙә химик-технолог һөнәренә уҡый. Хәҙер ул буш ваҡытында үҙен тренер сифатында һынап ҡарай.

«Полинаны һәм уның әсәһе, тренеры Елена Владимировнаны маҡтаулы исем менән ҡотлайым. Артабан да спортта һәм тормошта еңеүҙәр яулауын теләйем», — тип яҙа Андрей Иванюта үҙенең телеграм-каналында.

Автор:
Читайте нас: