Жора Оганесян һәм Далер Тошов ун йылдан ашыу Белореттың грек-рим көрәше буйынса спорт мәктәбендә шөғөлләнә. Йәш спортсылар республика һәм ил кимәлендәге ярыштарында бер нисә тапҡыр еңеү яуланы.
«Жора ике тапҡыр Рәсәй беренселегендә еңеүсе булды, Далер — йәш егеттәр араһында Рәсәй кубогы еңеүсеһе. Спортсыларҙы, уларҙың ата-әсәләрен һәм тренерҙар Косарев Андрей Владимировичты, Симонов Геннадий Владимировичты һәм Коробов Валерий Петровичты лайыҡлы исем менән ҡотлайым. Артабанғы ярыштарҙа уңыштар һәм еңеүҙәр теләйем», — тип яҙҙы Андрей Иванюта үҙенең телеграм-каналында.
Бынан алдараҡ ул Белорет районының олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Полина Коноплинаның Рәсәйҙең спорт мастеры исемен алыуы тураһында хәбәр иткәйне.