Улар баш ҡалабыҙға «Рәсәй — спорт державаһы» форумында ҡатнашыу өсөн килде.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 17-19 октябрҙә Өфөлә XII «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы үткәрелә.
Рәсәйҙең Олимпия комитеты башлығы, дүрт тапҡыр олимпия чемпионы Станислав Поздняков башҡа спортсылар менән бергә ҡунаҡсыл Башҡортостанға килеүенә шат булыуын белдерҙе.
«Илебеҙ спортының уңыштарын күрһәтеү өсөн ҙур майҙансыҡ итеп уйланылған «Рәсәй – спорт державаһы» форумын бөгөн ҡунаҡсыл Өфө ҡабул итә. Ул физкультура һәм спортҡа, бында йәшәгән кешеләргә, спорт менән шөғөлләнергә һәм чемпиондарыбыҙға тиңләшергә теләгән балаларға ҡарата мөнәсәбәте менән ошо форумдың үҙәк майҙансығы булыу хоҡуғын алды. Килеүемә шатмын, форум яҡшы, дуҫтарса мөхиттә үтер тип ышанам. Республика етәкселегенә шундай йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт», — тине Станислав Поздняков.