Спорт
17 Октября 2024, 07:52

Яңы ишкәкле слалом комплексында «Ҡурай төбәге» ярыштары башланды

Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәнов үҙенең телеграм-каналында Инорста урынлашҡан яңы ишкәкле слалом комплексында тәүге рәсми старттар хаҡында хәбәр итте.

Яңы ишкәкле слалом комплексында «Ҡурай төбәге» ярыштары башландыЯңы ишкәкле слалом комплексында «Ҡурай төбәге» ярыштары башланды
Яңы ишкәкле слалом комплексында «Ҡурай төбәге» ярыштары башланды

«Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында «Ҡурай төбәге» халыҡ-ара ярыштарының квалификациялы йөҙөүҙәре башланды. Ә көндөң икенсе яртыһында спортсылар «Экстрим-слалом» дисциплинаһында үҙ көсөн һынай. Ике көнлөк ярыштар «Рәсәй — спорт державаһы» форумы барышында ойошторолдо», — тип яҙа Ғәзизйән Әхмәтйәнов.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 17-19 октябрҙә «Рәсәй — спорт державаһы» форумы үткәрелә. Унда донъяның 100 иленән 5 мең делегаттың ҡатнашыуы көтөлә. Өс көн дауамында баш ҡаланың 8 майҙансығында 40-тан ашыу сара ойошторола. Улар араһында: спорт ярыштары, мәҙәни программа, эшлекле сессиялар, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышы.

Автор:
Читайте нас