Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Октябрь , 10:36

Махсус хәрби операция ветерандары өсөн ярыштарҙа ҡатнашыусылар менән аралашты

Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә Владимир Путин махсус хәрби операция ветерандары өсөн «Беҙҙең заман геройҙары» ярыштарында ҡатнашыусылар менән аралашты.

Махсус хәрби операция ветерандары өсөн ярыштарҙа ҡатнашыусылар менән аралашты
Махсус хәрби операция ветерандары өсөн ярыштарҙа ҡатнашыусылар менән аралашты

 Был хаҡта kremlin.ru сайты хәбәр итә.

Турнирҙы Рәсәй Паралимпия комитеты, граждандарға илһөйәрлек һәм спорт тәрбиәһе биреүгә булышлыҡ итеү өсөн «Сәләмәт Ватан» йәмәғәт хәрәкәте һәм терәк-хәрәкәт итеү аппараты зарарланған кешеләрҙең Бөтә Рәсәй спорт федерацияһы ойошторҙо.

17 октябрҙән 19-ына тиклем барған ярыштарҙа Башҡортостан, Удмурт Республикаһы, Татарстан, Пермь крайы, Свердловск, Силәбе, Һамар, Ырымбур өлкәләренең йыйылма командалары ҡатнаша (һигеҙ төбәк, 61 ҡатнашыусы). Ярыштар алты спорт төрө буйынса үткәрелә: өҫтәл теннисы, ултырған килеш волейбол, армрестлинг, уҡ атыу, электрон ҡоралдан атыу, пауэрлифтинг (ятып штанга күтәреү).

Автор:
Читайте нас: