Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Октябрь , 21:58

Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөнә 25 меңгә яҡын кеше сыҡты

Был акция Рәсәй Олимпия комитеты ҡанаты аҫтында үткәрелә. Быйыл – “Рәсәй – спорт державаһы” күләмле халыҡ-ара форумы сиктәрендә тәүге тапҡыр. Программала флешмоб-күнекмә, 2024 метр оҙонлоҡтағы арауыҡты үтеү, концерт ҡаралған.

Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөнә 25 меңгә яҡын кеше сыҡты
Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөнә 25 меңгә яҡын кеше сыҡты

Спорт байрамында теләгән һәр кем ҡатнаша алды. Унда ҡала халҡы менән бер рәттән сәйәсмәндәр һәм олимпия чемпиондары ла ҡатнашты.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов ваҡыты булғанда һәр ваҡыт йәйәү йөрөргә тырышыуы хаҡында әйтте.

– Бик ҙур ҡәнәғәтлек алам, сөнки хәрәкәт – ул тормош. Бөгөн “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара формаһы сиктәрендә сараға бик күп кеше килде. Беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, баш ҡала урамы буйлап 20 мең кеше үткән. Ә эргәлә 200 олимпия чемпионы – легендар шәхестәр булғанда – атлауы еңел һәм күңелле. Барығыҙға ла сәләмәтлек теләйем!

Сараны Рәсәй һәм донъя чемпиондары колоннаһы етәкләне. Улар араһында – Белоруссия йыйылмаһы вәкилдәре һәм Рәсәйҙең танылған спортсылары.

– Йүгерергә яратмайым, төп стихиям – һыу, ә бына йөрөү – минеке. Көнөнә ун мең аҙым йөрөйөм, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Рәсәй синхронисы һәм телевидение алып барыусыһы Алла Шишкина. – Өфөгә форумға килдем. Күп эштәр, осрашыуҙар булды. Барыһы ла уңышлы үтте. Башҡортостандың баш ҡалаһы таҙа, төҙөкләндерелгән булып хәтерҙә ҡалған. Иҫтәлекле урындарҙы ҡарап өлгөрмәнем, шуға күрә йәнә киләм.

Тамерлан Башаев, Рәсәй дзюдосыһы һәм самбисы, Рәсәй чемпионы, Европа кубогын яулаусы, Йәйәү йөрөү көнөндә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла спорт менән әүҙемерәк шөғөлләнеүҙәрен теләне.

– Арауыҡ беҙ күҙ алдыбыҙға килтергәнсә ҡурҡыныс түгел ине. Финишта миҙал бирҙеләр. Коллекциямда ундайҙың булғаны юҡ. Ә йөрөү – ул тәү сиратта файҙа. Бындай акциялар көс-дәрт бирә. Көслө һәм сәләмәт булыр өсөн йышыраҡ күнегегеҙ, һәр көнгә шатланығыҙ, – тигән кәңәш бирҙе спортсы. – Ҡаланан алған тәьҫораттарға килгәндә, өфөләр – алсаҡ һәм дуҫтарса мөнәсәбәттә. Халыҡ мине таный, киләләр, фотоға төшәләр – бик ҡыуаныслы. Бында ун йыл элек булғайным, шунан бирле мегаполис ярайһы үҙгәргән.

Фото: Сергей Словохотов.

https://bashgazet.ru/articles/0905/2024-10-19/b-t-r-s-y-y-y-y-r-k-n-n-25-me-g-ya-yn-keshe-sy-ty-3975233?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

Автор:
Читайте нас: