Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Октябрь , 16:20

Рәсәй Беренселегендә - бронза!

Белорет ҡыҙы Ксения Тагирова 16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында 2 саҡрымға йүгереүҙә Рәсәй беренселегендә бронза яуланы.

Рәсәй Беренселегендә -  бронза!
Рәсәй Беренселегендә - бронза!

Шулай уҡ, 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында  Белорет егете Никита Лисовский ҙа III урын яуланы. Ксения 7:19 һөҙөмтәһен күрһәтеп, еңеүсегә - Мәскәүҙән Анна Кучальскаяға - ни бары 11 секундҡа ҡалыша. Ә Никита үҙ дистанцияһын 6:24 минутта үтә, еңеүсегә - Силәбе өлкәһенән Андрей Ищенкоға - бер секундҡа ғына ҡалыша.

Ярышта илдең 35 төбәгенән 240 иң көслө кроссмен ярышты. Шулай уҡ Белореттан Башҡортостан йыйылма командаһы өсөн Белореттан Данил Мөхәмәтшин һәм Екатерина Кравцова сығыш яһаны. Данил 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында 3 саҡрымға кросста ун беренсе, ә Екатерина 16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында 2 саҡрымға дистанцияла туғыҙынсы убаҫҡысты биләй.

Спортсылар, ата-әсәләре һәм тренерҙары Галина Богомолова менән Лилия Шобухованы яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ! Уңыштар теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас: