2024 йылдың 15-17 ноябрендә Өфөнөң "Көрәш һарайы" спорт комплексында "Берҙәм Рәсәй" партияһы проектына ярашлы "Zа самбо" форумы үтәсәк. Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән 600-ҙән ашыу ҡатнашыусы - самбо, ауыл спорты, студенттар һәм мәктәп спортының киләсәге тураһында фекер алышырға йыйыласаҡ.
Самбоның тыуған көнөнә арналған тантаналы саралар сиктәрендә "Россия" (Аэрофлот төркөмө) авиакомпанияһы самолеты Өфөлә тәүге тапҡыр төшә. Башҡортостандың баш ҡалаһы хөрмәтенә аталған лайнер бортында "Россия - Za самбо" форумында ҡатнашыусылар осасаҡ. Форум сараларының береһе булып Рәсәй Геройҙары иҫтәлегенә арналған самбо буйынса "Йондоҙ" Бөтә Рәсәй турниры тора.
Форумды асыу тантанаһында почетлы ҡунаҡтар иҫәбендә - "Берҙәм Рәсәй" партияһының Генераль советы секретары.
Фото: Өфөнөң Октябрь районы матбуғат хеҙмәте.