Бөтә яңылыҡтар
10
Спорт
10 Февраль , 13:10

Ишембайҙа “йорт”тарға таш” ниңә ташлайҙар?

15 февралгә тиклем, көн һайын, боҙҙа һигеҙешәр ир-егет, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡушма командалар осрашасаҡ.  

Ишембайҙа “йорт”тарға таш” ниңә ташлайҙар?
Ишембайҙа “йорт”тарға таш” ниңә ташлайҙар?

Турнирҙар көн һайын иртәнге 8-ҙән киске 8-гә сәғәткә тиклем үткәрелә.

- Ишембайҙа һаңғырауҙар араһында ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса спартакиада бара. Ошондай кимәлдәге сара Башҡортостанда, айырым алғанда, Ишембайҙа беренсе тапҡыр үткәрелә. Кёрлинг – сағыштырмаса йәш спорт төрө. Беҙгә оҫталарҙың нисек уйнауын ҡарау ҡыҙыҡ. Ярыштар өсөн майҙансыҡтар бирә алыуыбыҙға шатбыҙ, - тип белдерҙе Ишембай районы хакимиәтенең физик культура һәм спорт идаралығы рәйесе Марат Зарипов.

Күптәр өсөн кёрлинг – ят спорт төрө. Был – боҙ майҙансығындағы команда уйыны. Дүртешәр кешенән торған ике команда осраша. Турнир 10-шар осорҙан тора һәм уларҙың һәр береһендә команда һигеҙешәр таш ташлай. Уйынсыларҙың маҡсаты – һуҡмаҡ ҡаршыһындағы “өй”гә, мишень үҙәгенә ташлау.

Шотландия кёрлингтың тыуған ере тип атала. 1992 йылда Халыҡ-ара олимпия комитеты уны спорттың Олимпия төрҙәре исемлегенә индергән.

Ирина Вахонина фотолары. 

Автор:
Читайте нас: