Спорт
26 Февраля 2025, 11:11

Сәкән һуҡты ир-егеттәр

Ял көндәре Асы ауылы биләмәһендә быймала хоккей турниры үтте.

Сәкән һуҡты ир-егеттәрСәкән һуҡты ир-егеттәр
Сәкән һуҡты ир-егеттәр

 Биләмәгә ҡараған Асы, Береш ауылдарының  ир-егеттәре боҙҙа туплы хоккей уйыны үткәреп, күңелле ял ойошторҙо. Ҡышҡы уйындар Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды.

Уйын Асы ауыл хакимиәте башлығы Фәйзүнә Әбдрәшитованың тәбрикләү  телмәре менән асылды. Фәйзүнә Зиннур ҡыҙы барыһына ла күңелле ял, ғәҙел уйын теләне, хәүефһеҙлек саралары  тураһында ла иҫкәртте. Спорт сараһы Башкортостан гимны менән тантаналы асылғас, командалар үҙҙәре менән таныштырып үтте, ярыш судьялары һайланды.

Боҙҙа туплы хоккей уйыны ҡыҙыу һәм йәнле барҙы. Командаларҙың береһе лә еңел генә бирешергә теләмәне, көйәрмәндәр ҙә әүҙемлек күрһәтте. Хатта көндәрҙең һыуыҡ тороуы ла, уйынға ҡамасауламаны, командаларҙы сәмләндереп кенә ебәрҙе. Шулай уҡ  Асы хоккей  командаһы үҙенең оҫталығы, көс-ғәйрәте менән һоҡландырҙы.

 Асы ағинәйҙәре байрамға йәм өҫтәп, мул өҫтәл дә әҙерләгән. Уйынсыларҙы, көйәрмәндәрҙе   самауыр сәйе, тәмлекәстәр менән һыйлаған Сәриә Шәрәфетдиноваға, Нәжибә Әбдрәшитоваға, Айгөл Йомағоловаға,  хоккей ҡабын, ҡапҡаларын рәткә килтергән егеттәр - Фәнил Мөхәмәткилдинға, Әмир Юламановҡа, Венер Суфияровҡа, Дамир Шәйхитдиновҡа, Илшат Ғариповҡа, егеттәрҙе уйынға йәлеп итеүсе Зиннур Фәсхетдиновҡа һәм Булат Сәлимйәновҡа, музыкаль яҡтан биҙәгән, алып барыусы Йәмилә Сәлимйәноваға рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп бөтөргөһөҙ. Һәр ваҡыт шулай ярҙамсыл, ихлас булып ҡалығыҙ.

Уйындың беренсе урынын яулаған Асы командаһына һәм икенсе баҫҡысты биләған Береш командаһы егеттәрен  ҡарап, ҡыуанып торҙоҡ. Шул тиклем етеҙҙәр, шәптәр, уйынға иғтибарҙар. Һәр береһе еңеүгә ҙур көс һалды. Беҙҙең теләк - хоккейҙы ташламағыҙ, егеттәр! Афарин барығыҙға ла!

Зәлиә БАЙЕГЕТОВА.  

Асы.

Автор:
Читайте нас