Спортсылар винтовканан атыуҙа ярышты. Белореттар һәр ваҡыттағыса яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.
Спорт мастерлығына кандидаттар Виктория Барашева һәм Владислав Яковлев республика чемпиондары булды.
Көмөш миҙалды спорт мастерына кандидат Илья Локоцков яуланы. Пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына спорт мастерына кандидат Илнар Йәһүҙин күтәрелде.
Беренселектә Владислав Яковлевв, Арслан Минһажев һәм спорт мастерлығына кандидат Елизавета Карплюк еңеүсе булды. Көмөш миҙалға Виктория Барашева лайыҡ булһа, Арслан Минһажев спорт мастерына кандидат нормативын үтәне.
Уңышлы сығыштары менән спортсыларҙы, уларҙың ата-әсәләрен һәм тренер Анатолий Посаженниковты ҡотлайбыҙ! Яңы маҡсаттар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!