Билбау көрәше буйынса Асыҡ турнирҙа һәм республика Беренселегендә Белорет, Баҡалы, Шаран, Туймазы, Саҡмағош, Бүздәк, Краснокама, Стәрлебаш, Ҡыйғы, Кушнаренко, Дәүләкән, Асҡын, Илеш, Тәтешле, Әбйәлил, Борай райондарынан, Өфө, Октябрьский, Дүртөйлә, Стәрлетамаҡ, Ағиҙел, Ишембай ҡалаларынан 320 спорсы ҡатнашты. Белорет районы йыйылма командаһы составына 17 йәш көрәшсе инде, улар Салауат Дауытов һәм Ғәлим Баһауетдиновтың тәрбиәләнеүселәре.
Һәр алыш спорт ҡомары һәм ҡыҙыулығы менән барҙы. Үҙ категорияһында Азалия Абсадыева (52 килограмм ауырлыҡ категорияһы) һәм Розалия Искәнйәрова (+70 кг) I урындарҙы яуланы. II урында - Айгүзәл Хисаметдинова (+70 кг) һәм Илсиә Ғүмәрова (44 кг). Өсөнсө баҫҡысты Наилә Хилалова (48 кг), Азалия Мансурова (57 кг), Сабина Әхмәтйәнова (63 кг) һәм Арина Ишҡыуатовалар (70 кг) биләне. Үҫмерҙәр араһында икенселекте Әлмир Ғүмәров (85 кг) алды.
Сосновка мәктәбенән Вероника Губачева (63 кг) һәм Рәмзил Ҡәҙерғолов (45 кг) – III урындарҙа.
Абҙаҡтар Рәмзил Ноғаманов, Илдус Ишмурҙин, Иҙел Кинйәбаев, Айгиз Шаһимөхәмәтов, Сосновканан Егор Данилиян, Эмиль Заһретдиновтар үҙ категорияларында уңышлы сығыш яһаны, уларҙың еңеүҙәре алда әле.
Шулай уҡ Дағстан Республикаһының Хасавюрт ҡалаһында үтәсәк билбау көрәше буйынса Рәсәй Беренселегендә ҡатнашыусылар билдәләнде. Абҙаҡ мәктәбе көрәшселәре Азалия Абсадыева, Розалия Искәнйәрова, Айгүзәл Хисаметдинова, Наилә Хилалова, Әлмир Ғүмәров һәм Вероника Губачева ла Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.