Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Март 2025, 11:41

ГТО тапшырырға стартҡа баҫ!

“Сәләмәт быуын -  көслө тәбәк” республика конкурсы һәм ГТО-ның (“Готов к труду и обороне”) тыуған көнөн билдәләү сиктәрендә ҡаланың 2-се балалар баҡсаһында ике әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың ата-әсәйҙәре өсөн “ПодГТОвишки на старт!” ғаилә спорт байрамы үткәрелде. 

ГТО тапшырырға стартҡа баҫ!
ГТО тапшырырға стартҡа баҫ!

Балалар баҡсаһы физинструкторы Динә Әҙелмырҙина башланғысында үткән спорт сараһында 12 ғаилә командаһы ҡатнашты. Дәүләт флагтары күтәрелеп, күнегеүҙәр ярҙамында яҙылып алғандан һуң, балалар һәм ата-әсәләр нормативтарҙы үтәүгә тотондо. Спортсылар оҙонлоҡҡа һикереү, тоҡ кейеп йүгереү, туп ырғытыу, күтәрелеү кеүек нормативтарҙы үтәгәндән һуң, команда уйындары - эстафета  башланды. “Команданы күсер”, “Кем тиҙерәк”, “Атайҙың арҡаһында” кеүек спорт ярыштары барыһына ла оҡшаны. Ғаилә спорт байрамы бер һулышта үтеп китте. Ике команда ла заданиеларҙы еңел үтәне, оҫталыҡ, сыҙамлыҡ һәм рух ҡеүәтен күрһәтте.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса I урында - Гриценко,  II урында  - Пыянковтар ғаиләләре. III урынды Ҡазиндар һәм Жиляковтар ғаиләләре бүлеште. Командалар Грамота һәм татлы бүләктәр менән билдәләнде.
Бындай спорт байрамдары ата-әсәләр, балалар һәм педагогтарҙы берләштереүгә булышлыҡ итә, шулай уҡ йылы мөхит тыуҙыра.    

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас